Өфөлә Рәсәй, баш ҡала көндәренә һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына арналған байрам саралары «Дуҫлыҡ Монументы»нда башланды. Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация һәйкәлгә сәскә һалды.
Рәсәй көнө илдә иң йәш һәм шуға ҡарамаҫтан, илһөйәрлекте сағылдырған төп байрам. Уның тарихы Советтар союзы тарҡалғандан һуң,1990 йылда Дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул итеүгә бәйле. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй көнө халыҡ араһында айырыуса киң билдәләнә.
«Дуҫлыҡ Монументы» баш ҡаланың ғына түгел, тотош республиканың йөҙөн билдәләүсе тарихи объекттарҙың береһе. Уға нигеҙ 1957 йылда, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы һалына. Мемориал күптән республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының татыулыҡ, дуҫлыҡ символына әүерелгән.
Республика етәкселеге милли батырыбыҙ һәйкәленә лә сәскә гөлләмәләре һалды. Башҡорт халҡы өсөн Салауат азатлыҡ, рухи ныҡлыҡ, ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Быуаттар үтеү менән уның исеме тағы ла данлыраҡ, ғорурыраҡ яңғырай. Республикабыҙҙа милли батырыбыҙ исеме менән дәүләт символикаһы, юғары наградалар,ҡала, район исемдәре, спорт командалары, мәҙәни коллективтар бәйле. Баш ҡала ҡунаҡтарын бейек ярҙан ҡаршы алыусы Салауат һәйкәле лә тотош илдә иң ҙур атлы һын. Ә аҙна аҙағында милли батырыбыҙҙың тыуған ерендә мемориаль парк асыласаҡ.
Бөгөн шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө үҙенең тыуған көнөн билдәләй. 1574 йылда Ағиҙел йылғаһы менән Ҡариҙел йылғаһы ҡушылған бейек ярымутрауҙа барлыҡҡа килгән ҡәлғә 1586 йылдан башлап Өфө тип атала башлай. Бөгөн ул миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡалалар исемлегендә. Йылдан-йыл матурая, үҫә. Ысын мәғәнәһендә Бөйөк Рәсәйҙең йөҙөк ҡашы.
Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған рәсми саралар августа үтәсәк. Шулай ҙа традицион һаналған байрам күренештәре бөгөн уҙа. Мәҫәлән, баш ҡала хакимиәте кубогына уҙғарылған көрәш турниры. Радий Хәбиров батырҙарҙың келәмдә бил һынашҡанын да ҡараны.
Ҡала көнө бөгөн дә кискә тиклем дауам итә. Һәр ерҙә лә уйын-көлкө, йыр-моң яңғырай. Был саралар баш ҡаланың оло юбилейы алдынан ҙур репетиция. 450 йыллығына Өфөбөҙ онотолмаҫлыҡ байрам әҙерләй.
Айнур Кәбиров



