Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Йылы күл тирәһендәге биләмәне төҙөкләндереү тамамлана. Эш барышы менән Радий Хәбиров танышты. Яр буйы зонаһын реконструкциялау концепцияһына «Йылы яр» исеме бирелгән. Ул урындағы халыҡтың фекерен иҫәпкә алып әҙерләгән. Төп бурыс - йәмәғәт киңлектәренең берҙәм системаһын булдырыу һәм Йылы күл янында тәбиғи рекреацион биләмәнең ҡеүәтен асыу. Баландин бульварын төҙөкләндереүҙең беренсе этабы 2022 йылда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Быйыл икенсе этап тамамланасаҡ, ул һыу буйындағы ял зоналарын төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Эштең дөйөм хаҡы 531 миллион һумдан ашыу.
Әлеге ваҡытта подрядсы ойошма йәйәүлеләр зонаһын, велосипед юлдарын һәм ял итеү урындарын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә. Бордюрҙар ҡуйыла, асфальт һалына. Шулай уҡ пляж зонаһы төҙөкләндерелә. Инорс биҫтәһендә йәшәүселәр республиканың идара итеү командаһына йәмәғәт биләмәләрен һәм парк зоналарын төҙөкләндереү буйынса ҙур эш өсөн рәхмәт белдерҙе.



