Яңыраҡ «Мораҙым» тарлауығында уның быҙауы тыуған. Мөһабәт хайуандар былтырҙан Күгәрсен районы урмандарында йәшәй. Уларҙың тәүге партияһы майҙа, ә икенсеһе декабрҙә килтерелгәйне. Зубрҙар беҙҙең республикала үрсетеләсәк. Был көслө йәнлектәр Башҡортостанда тиҫтәләрсә мең йыл элек йәшәгән булған. Тыуған ерҙәренә ҡайтҡан хәйуандар хаҡында киләһе яҙмала.
4 июндә «Мораҙым» тарлауығы биләмәһендә беренсе зубр балаһы доньяға килгән. Хайуандарҙы бағыусылар уны орғасы тип фаразлай. Зубр балаһы тәбиғәт шарттарында уйнап-һикереп йөрөй. Тәбиғәт ҡурсаулығында йәш быҙауға бер ниндәй ҙә хәүеф-хәтәр янамай. Ул таныш түгел объкеттарҙы һәм кешеләрҙе ҡыҙыҡһынып өйрәнә.
Зубрҙарҙың һәр береһе өсөн 4 килограмм ошондай ҡатнашма тәғәйенләнә. Ысын белорустар кеүек, улар ҙа картуф ярата. Тәбиғәттә иһә үлән, ҡайын һәм уҫаҡ япраҡтары менән туҡлана. Ҡылғанды ла яратып ашайҙар.
Ата зубрҙарҙың ҙурлығы 2 метрға, ауырлығы тоннаға тиклем етә. Инә малдар бер аҙ бәләкәйерәк. Мөһабәт кәүҙәле булыуҙарына ҡарамай зубрҙар тиҙ һәм етеҙ, кәртә аша һикерә, текә битләүҙәргә артыла, яҡшы йөҙә, батҡаҡ һаҙлыҡлы ерҙәрҙә еңел хәрәкәт итә. Агрессив түгел, әммә ҡырағай хайуандарға ҡаршы тора ала. Хәүеф-хәтәр була ҡалһа, зубрҙар түңәрәккә теҙелеп эскә йәш һәм көсһөҙөрәктәрен индерә.
Вольерҙа һәм иректә йөрөгән зубрҙар тәбиғәт паркы белгестәренең даими күҙәтеүе аҫтында. Фототоҙаҡтарҙан тыш, хайуандар 4 ата зубрҙың муйынсаҡтарына беркетелгән GPS-тапшырғыстар сигналы буйынса күҙәтелә. Әлеге ваҡытта улар вольерҙан 25 саҡрым алыҫлыҡта тора. Белгестәр яҡын арала иректә йөрөгән парҙарҙан тағы ла 8 быҙау тыуыуын көтә.
Гүзәл Борханова






