Әлшәй районында М-5 Урал трассаһының 3 километр оҙонлоҡтағы Шишмә - Аксенов -Ҡырғыҙ-Миәкә юл участкаһын ремонтлау тамамлана.
Әлеге ваҡытта эшселәр икенсе ҡат асфальт ҡатламын һала. Ремонт «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса алып барыла. Алдараҡ юлдың иҫкергән ҡатламы аҡтарып алынған һәм участканы тигеҙләү өсөн яңы ҡатлам түшәлгән. Асфальт тулыһынса йәйелеп бөткәндән һуң, юл ситтәрен нығытыу, һыҙаттар һыҙыу ҡарала. Быйыл был юлда Шишмә һәм Миәкә райондарында ике юл участкаһы ремонтланасаҡ.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районында Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында Ҡарламан йылғаһы аша күпер ремонтлана. Әле унда иҫке асфальт һәм гидроизоляция ҡатламы алынған, юл сите ҡоролмалары, плиталар һүтелгән. Шул уҡ ваҡытта күпер үткәүеленең урҙаһы тергеҙелә. Ремонттың дөйөм хаҡы 34 миллион һумға етә яҙа. План буйынса объект киләһе йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.






