Республиканың милли музейында «Салауат батыр мәңгелек» тип аталған күргәҙмә асылды

Ул башҡорт халҡының милли геройы, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арнала. Экспозиция заманса сәнғәттә батыр образын кәүҙәләндереү буйынса төбәк-ара конкурстың бер өлөшө булды. Күргәҙмәлә Башҡортостандан тыш Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән оҫталарҙың эштәре тәҡдим ителгән. Нигеҙендә милли герой образын сәнғәттең төрлө төрҙәрендә художестволы интерпретациялау ята. Бында графика, рәсем, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күрһәтелгән. Шулай уҡ күргәҙмәне асыу көнөндә конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ