Бөгөн ҙур һәм бөйөк илебеҙ үҙенең иң мөһим дәүләт байрамы - Рәсәй көнөн билдәләй. Ошо уңайҙан Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исеменә ҡотлау телеграммаһы ебәргән.
«Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Быуаттар дауамында ата-бабаларыбыҙ Ватанға намыҫлы хеҙмәт иткән, хеҙмәт ҡаҙаныштары, хәрби батырлыҡтары, таланты һәм илһам менән бөйөк дәүләт төҙөгән. Беҙ бөгөн дә был ҡаҡшамаҫ әхлаҡи нигеҙҙәргә, илһөйәрлек традицияларына, Тыуған илгә ҡарата ихлас һөйөүгә тиңләшәбеҙ. Заман һәм быуындар бәйләнешенә, тамырҙарыбыҙға тоғролоҡ һаҡлап, беҙ мотлаҡ ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшәсәкбеҙ, һәр һынауҙы йырып сығыуыбыҙға ышанам, тиелә Владимир Путиндың ҡотлауында.
Башҡортостан халҡын шулай уҡ Рәсәй көнө менән Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров та ҡотлаған.






