Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға Йөрәктау ауылы янында теркәлгән. Күлгә сумған егет башҡа йөҙөп сыҡмаған. Уның кәүҙәһен 3 метр тәрәнлектә тапҡандар. Өфөлә ҡотҡарыусылар Ағиҙел йылғаһында бата яҙған сит ил студентына ярҙам иткән. Һиндостандан 20 йәшлек егет “Ҡояшлы” пляжынан алыҫтараҡ рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән. Аяғын көҙән йыйырған студент үҙ аллы йөҙөп сыға алмаған. Ҡотҡарыусылар һыу буйында именлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Рөхсәт ителмәгән урында һәм эскән килеш һыу инергә ярамай. Әле республикала 141 рәсми пляж иҫәпләнә. Улар исемлеге менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы буйынса дәүләт комитеты сайтында танышырға була.







