Башҡортостанда экологик туризм өсөн шарттар булдырыла

Республика Хөкүмәтендә айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә халыҡҡа ял ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды. Милли проектҡа ярашлы 2030 йылға төбәктәрҙә экологик туризм өсөн инфраструктура булдырылырға тейеш. Йыл һайын республикала 200 меңдән ашыу кеше айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә бара. Тирә-яҡҡа зыян булдырмаҫ өсөн туристарға экоһуҡмаҡтар, ял итеү урындары ойоштороу бурысы ҡуйылды.

Фото №1 - Башҡортостанда экологик туризм өсөн шарттар булдырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ