«Ватан» паркында үткән тантанала Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин 68-се сығарылыш уҡыусыһы алдында сығыш яһаны. Тап ошо кадеттар беренселәрҙән булып Өфөнөң Совет майҙанында почетлы ҡарауылға сафҡа баҫҡан. Сарала сығарылыш уҡыусылары корпусына нигеҙ һалыусы полковник Салауат Яҡупов эшләгән махсус көмөш билдә менән бүләкләнде. Ул 2002 йылдан алып һәр тамамлаусыға тапшырыла.
Йола буйынса, сығарылыш уҡыусылары Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәленә сәскә һалды һәм Ватаныбыҙҙы яҡлаған геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Һуңғы марш ваҡытында кадеттар алыҫ хеҙмәттә уңышҡа тәңкәләр ташланы.



