Республика журналистары бүләккә дәғүә итә ала

1 октябрҙә журналистика өлкәһендәге “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Батырлыҡ” премияһына документ ҡабул итеү башлана. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн “Медиайыйын” барышында ошо турала белдерҙе. Конкурс еңеүселәре декабрҙә асыҡлана. 20 авторға 300-шәр мең һум аҡса тапшырыла. Быйыл Шәһит Хоҙайбирҙин премияһының суммаһы 5 тапҡыр арттырылды һәм 500 мең һумға етте.  “Беҙҙең команда һеҙҙең менән 5 йылдан ашыу эшләй. Һеҙ үтә мөһим бурыстар атҡараһығыҙ. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Беҙ һеҙгә артабан да төрлө яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ”, - тине республика етәксеһе форумдың пленар өлөшөндә. “Медиайыйын” барышында Радий Хәбиров киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. БСТ телеканалы хәбәрсеһе Рәилә Күсемханова Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре тигән исемгә лайыҡ булды. 

Республика журналистары бүләккә дәғүә итә ала

“Йәшлек” газетаһынан Зөһрә Йәһүҙина, “Башҡортостан” газетаһынан Гөлдәр Яҡшығоловаға ла “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре тигән исем бирелде.

Республика журналистары бүләккә дәғүә итә ала

Әле “Медиайыйында” секция ултырыштары бара. Форумда федераль эксперттар ҡатнаша.

Фото №1 - Республика журналистары  бүләккә дәғүә итә ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ