Әбйәлил районында теркәлгән аварияла өс кешенең ғүмере өҙөлгән

Бөгөн көндөҙ Сермән-Амангилде-Баймаҡ юлында «Рено Логан» автомобиле «ГАЗ Валдай» бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә иномарка водителе һәм ике пассажиры ваҡиға урынында һәләк була. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.

Таңғы сәғәт 4-тә Шаран - Яңы Балтас - Андреевка юлында ла ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель таныҡлығы булмаған 20 йәшлек егет «Лада Приора» автомобиле менән юл ситендәге электр бағанаһына бәрелеп түңкәрелә. Машинаға ут ҡаба. Авария һөҙөмтәһендә водитель һәм уның 19 йәшлек пассажиры урында уҡ һәләк була. Тағы ла бер пассажир, 21 йәшлек ҡыҙ, төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Табиптар тикшереүенән һуң ул өйөнә ҡайтарылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ