Өфөлә «Хәүефһеҙлек өсөн бергәләп» форумы үтте

Йыл башынан республика йылға-күлдәрендә 38 кеше һыу ҡорбаны булған, уларҙың 3-һе балалар. Был турала бөгөн Өфөлә үткән «Хәүефһеҙлек өсөн бергәләп» форумы барышында әйтелде. Һуңғы көндәрҙә күҙәтелгән эҫе һауа торошо Башҡортостан халҡы менән бергә, тәбиғәт кейектәрен дә ныҡлыҡҡа һынай. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Оло Ҡыҙылда һыу ингән айыу яҙмаһы тотош интернет селтәрҙәрен ялмап алды. Әбйәлил районы Рысҡужа ауылы эргәһендә төшөрөлгән кадр кемдәлер һоҡланыу, эҫенән ҡасып йылғаға төшкән айыу балаһын йәлләү тойғоһон да уятты. Һуңғы аҙнала күҙәтелгән эҫе көндәр кешегә генә түгел, урман кейектәренә ныҡ тәьҫир итә, күрәһең.

Өфөнөң вольер хужалығында ла айыуҙар аҙнаһына ике тапҡыр һыу ҡойона. Процедуралар башлыса өлкән кейектәргә ҡаралған. Улар ҙа инде быны көткәндәй, шунда уҡ махсус ванналарына инеп ултыра.

Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ла 30 градус самаһы эҫелә фонтандан сығышмай тиһәң дә була. Совет майҙаны алдындағыһы мәҫәлән, ҡояш байығансы халыҡ менән шығырым тулы. Уның эргәһендәге сауҙа нөктәләрендә ғәҙәттәгесә иң үтемле тауар - һыу һәм туңдырма. Кондиционер һәм елләтеү ҡоролмаларына ла ихтыяж артҡан.

Ә ҡояшлы көндәр никах туйҙарын үткәреүселәргә ҡулай ғына.

Эҫе көндәр халыҡты һыу ятҡылыҡтарына үҙенә тартмай ҡалмай. Бөгөн республикала йыһазландырылған 160 пляж барлығы билдәле. Был турала бөгөн Өфөлә үткән «Хәүефһеҙлек өсөн бергәләп» форумы барышында әйтелде. Әммә, халыҡ ҡырағай урындарҙа һыу инеүҙе хуп күрә. Шунлыҡтан бәхетһеҙ осраҡтар ҙа юҡ түгел. Йыл башынан ғына республикала 31 кеше һыу ҡорбаны булған.

Форум ҡатнашыусылары бик күп мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Ҡала халҡы менән мәғлүмәт коммуникацияһының яңы ысулдарын тормошҡа ашырыу мөһимлеген билдәләп, профилактика темаһына айырым туҡталды. Бынан тыш, тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса интерактив майҙансыҡ та эшләне, һыу инеү һәм һыу-ҡотҡарыу посы ҡорамалдары күргәҙмәһен дә ҡараны.

Синоптиктар, аномаль эҫенең оҙаҡҡа бармауын хәбәр итә. Башгидрометүҙәк белгестәре алдағы көндәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр һәм йәшен вәғәҙәләй. Төндә яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә 17-22, көндөҙ 30-35 градус йылы. Һауа шарттарына бәйле, белгестәр ҡояштан һаҡлаусы кремдар, баш кейемен йөрөтөргә саҡыра. Шулай уҡ, артыҡ физик көсөргәнешлектән ҡасып, күберәк һыу эсергә кәңәш итә.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ