Республика клиник психиатрия дауаханаһында яугирҙар һәм уларҙың яҡындары реабилитация үтә

Республика клиник психиатрия дауаханаһында махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың яҡындары реабилитация үтә. Йыл башынан алып табиптарҙан комплекслы ярҙам 191 хәрби һәм уларҙың 78 ғаилә ағзалары алған. Бында сеанстар төркөмдәргә бүлеп һәм шәхси рәүештә үткәрелә. Психологик проблемалар ижад процесы аша хәл ителә, мәҫәлән, һүрәт төшөрөү. Музыка, медитация һәм ароматерапия аша борсолоуҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Пациенттар дауалау физик культураһы, массаж, электрофорез, магнит терапияһы кеүек процедуралаға йөрөй.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ