Радий Хәбиров Бәләбәй районына эш сәфәре барышында һабантуйҙа ҡатнашты

Байрам сараһы ҡаланың «Йырлаусы шишмәләр» паркында үтте. Төбәк етәксеһе муниципалитеттың үҫеш темптары юғары булыуын билдәләп, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Биләмәлә урындағы предприятие-ойошмалар көсө менән тирмәләр ҡоролғайны, милли ихаталар менән һәр кем таныша алды. Ҡунаҡсыл, туристик мөмкинлектәре киң булған Бәләбәйҙән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.

Бәләбәйҙәге «Йырлаусы шишмәләр» паркында йәнә һабантуй үтә. Байрам ҡунаҡтарын «Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәге ижади коллективтары йыр-бейеүҙәр, милли ризыҡтар менән ҡаршы алды. Мәҙәни сығыштар аша күп милләтле халыҡтың дуҫлығы күрһәтелде.

Һабантуй майҙанында «Тирмәләр ҡалаһы» ла ойошторолғайны. Урындағы сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары, мәҙәниәт, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр күрһәтелде. Майҙанда балалар өсөн төрлө уйын-конкурстар ҙа уҙғарылды.

Байрам илһөйәрлек рухында үтте. Бәләбәй халҡы махсус хәрби операция башланыу менән гуманитар ылау туплау, маскировка селтәрҙәре үреүҙә әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ирекмәндәргә оло рәхмәтен белдереп, алғы һыҙыҡтағылар өсөн яуаплы эш башҡарыуҙарын билдәләне.

Төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың әсәләре, ҡатындары менән дә осрашып, республика һәр ваҡыт уларҙың янында буласаҡ тине. Шулай уҡ Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәүеф Гәрәевҡа ла ҡоростай сәләмәтлек теләне. Апрелдә легендар танкисҡа 98 йәш тулған. Сал сәсле яугир ил киләсәге өсөн борсола, теләге лә бар - махсус хәрби операция биләмәһенә барып, хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтеү

Һабантуйҙың тантаналы өлөшөндә ауыл хужалығы алдынғыларына һәм башҡа тармаҡ белгестәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаиләләр тәбрикләнде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров майҙанда йыйылыусыларға ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, Бәләбәйҙә тырыш һәм көслө халыҡ йәшәүен билдәләне.

Төбәк башлығы яңыртылған парк мөмкинлектәрен дә юғары баһаланы. Ил кимәлендә ойошторолған конкурс һөҙөмтәләре буйынса тарихи ҡалала йәшәүселәр өсөн уңайлы мөхит булдырылған. Быуа эргәһендә ағас пирс, ҡомло пляж, амфитеатр, күп функциялы коворкинг-үҙәк, төрлө арт-объекттар барлыҡҡа килгән. Һыу ятҡылығында фонтан да урғыла.

Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ҡасабаларҙа Уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар бөтә рәсәй конкурсында Бәләбәй «төрмә һарайы кварталы» проекты менән дә еңеү яулағайны. Иҫке ҡала үҙәгендә төҙөкләндереү эштәре ике этапта башҡарылып, былтыр тамамланды. Яңыртылған биләмә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген, туристик маршруттар ойоштороу нөктәһенә әйләнгән

Кварталда ике тиҫтәнән ашыу мәҙәни ҡомартҡы объекты урынлашҡан. Төҙөкләндереү эштәре барышында ҡоймалар алынған, йәшелләндереү эштәре башҡарылған, ҡала локациялары тарихи маршрутҡа берләштерелгән. Биләмәлә ҡоро фонтан, ял зоналары барлыҡҡа килә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бәләбәйҙең тарихи үҙәге менән танышып, төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һайлауҙа республика халҡының ҡатнашыу мөһимлеген билдәләп үтте.

Бәләбәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында ҡатнашыуға быйыл да заявка ебәргән. Марс Әмиров бульварын төҙөкләндереү проекты урындағы халыҡтың теләктәрен иҫәпкә алып эшләнгән. Бәйге һөҙөмтәләре августа билдәле була.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ