Республиканың төп сәхнәһендә еҙ үксәләр сыңланы. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Байыҡ-2024» балалар телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды. Иң сағыу концерт номерҙарынан ҡоролған гала-концертта 500-ҙән ашыу йәш бейеүсе сығыш яһаны. «Байыҡ-2024» балалар телевизион конкурсынан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Сәхнә түрендә «Байыҡ-2024» телевизион конкурсының йәш йондоҙҙары. Иң сағыу бейеүҙәрҙән ҡоролған гала-концерт алты тематик өлөштән торҙо. Башҡорттар тәбиғәт балаһы, йәнлек-кейектәрҙе күҙәтеп, илаһи күренештәрҙе бейеүгә күсергән. Бейеүсе малай-ҡыҙҙар булмышында тәбиғилек, киң күңеллелек, ихласлыҡ һәм саялыҡ та ер-һыуыбыҙҙан.
Һәләтле, тырыш, сәмселдәр сәхнә түрен яуланы, гөлләмә, бүләк, алҡыштар менән дәртләндерелде.Иң йәш ҡатнашыусы өс йәшлек Искәндәр Ғәбитов бейеүселәр династияһын дауам итә.Ул «Йыл асышы» номинацияһы еңеүсеһе. Яңғыҙ бейеүселәр номинацияһында гран-приҙы Баймаҡ ҡалаһынан Нияз Байегетов яуланы.Ҡыҙҙар араһынан иһә гран-при «Заһиҙәне» башҡарыусы 7 йәшлек Йәсминә Сәфиуллинала.
«Балалар Байығы»нда остаздары үҙҙәре тәрбиәләгән лайыҡлы алмашты күрһәтте, танытты, кимәлен тағы ла юғарыраҡ күтәрҙе. Өфө районы Шамонин ауылынан «Дарман» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле гран-при яулаһа, етәкселәре «Йыл хореографы» булып танылды.
Йылдан- йыл абруйлы балалар бейеү конкурсының георафияһы киңәйә, телевизион конкурс халыҡ-ара кимәлдә лә танылыу ала. Бер майҙанда меңәрләгән бейеүселәр ҡабул итеп, Башҡортостан Өфө менән таныштырып,»Байыҡ» ҡунаҡсыллыҡ күрһәтә, дуҫлыҡ ептәрен нығыта.
Мәҙәни аралашыу майҙаны балалар өсөн ихлас тәжрибә , башҡорт бейеүе данын донъяға таратыу мөмкинлеге лә булды.Проектты ойоштороусыларҙың да йөрәге ил-еребеҙгә тыныслыҡ, халҡыбыҙға берҙәмлек, балаларға яҡты киләсәк теләп тибә.
Башҡортостан сәнғәте, һәләттәре «Байыҡ» менән көслө Профессиональ кимәлдә сығыш яһаусы кескәй, сағыу йондоҙҙар киләсәктә сәнғәтебеҙ йөҙөн билдәләйәсәк.
Гүзәл Борханова



