Бер төркөм мобилизацияланғандар ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Уларҙы оҙатырға яҡындары, власть вәкилдәре һәм хәрбиҙәр йыйылды. Яугирҙарҙы Өфө-Арена боҙ һарайы алдынан тантаналы шарттарҙа оҙаттылар. Яҡташтарыбыҙҙы хеҙмәт иткән урындарына тиклем илтеү өсөн уңайлы автобустар бүленгән.

Мобилизацияланған яугирҙар өсөнсөгә ялға ҡайтҡан. Туғандар, ғаилә менән булыу, йыйылған эштәрҙе теүәлләү өсөн ике аҙна ла етә, ти яугирҙар. Йәй башын улар мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланып ҡалырға тырышҡан. Хәҙер улар отпускаға ярты йылдан ғына ҡайтасаҡ. Һалдаттар яуҙаштарын да онотмаған. Алғы һыҙыҡта ҡалған полкташтарына тыуған яҡ күстәнәсе, гуманитар ярҙам да алған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ