Өфө юридик институтында һөнәри әҙерлек факультетының 100 йыллыҡ юбилейы билдәләнде

Рәсәй эске эштәр министырлығының Өфө юридик институтында һөнәри әҙерлек факультетының 100 йыллыҡ юбилейы билдәләнде. Тантанала буласаҡ хоҡуҡ һаҡсылары, курсанттар, полиция хеҙмәткәрҙәре, ветерандар ҡатнашты. Байрамда студенттар тантаналы рәүештә тыуған илгә һәм уның халҡына тоғро булырға, кеше хоҡуҡтарын яҡларға һәм конституцияны хөрмәт итергә вәғәҙәләне. Уҡыу йортон тамалағас уларҙың күбеһе йәмәғәт хәүефһеҙлеге һәм хоҡуҡ һағына баҫа.

Өфө юридик институты республиканың алдынғы вуздарының береһе булып тора. Юриспруденция өлкәһендә белгестәр әҙерләү уҡыу йортонда юғары кимәлдә ойошторола. Йәш белгестәр биш йыл дауамында федераль стандарттар буйынса белем алып һайлаған һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Уҡыу үҙәгендә участковый, тәфтишсе, юристар һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау тармағы белгестәре әҙерләнә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ