Башҡортостанда бер юлы ике сығарылыш уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханын 200 балға тапшырҙы

Улар Бөрөлә йәшәй. Бынан тыш, ҡалала химия уҡытыусыһы имтиханды 100 балға яҙған 3 уҡыусы әҙерләгән. Людмила Егошина ярты быуатҡа яҡын педагог булып эшләй. Уҡыусыларҙың өсөһө лә бер класта уҡый. Талантлы балалар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.

Химия - ҡатмарлы предмет, тик улар өсөн түгел. Бөрө ҡалаһы 8-се мәктәбе уҡыусылары Рафаэль Латипов һәм Мөнир Ғилманшин был фәндән Берҙән дәүләт имтиханын 100 балға яҙған. Бынан тыш, Мөнир профилле математиканан да иң юғары баһаға лайыҡ булған.

Мөнир менән Рафаэль бер класта уҡый. Уларҙың өсөнсө дуҫы ла химияны 100 балға яҙған. Уларҙы уҡытыусылары Людмила Егошина бер нисә йыл дауамында химия донъяһы менән таныштыра. Көслө уҡыусының уҡыусылары ла көслӨ. Ә уның Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға яҙыусы уҡыусылары инде тиҫтәгә яҡынлаша.

Берҙәм дәүләт имтиханын 200 балға яҙыусылар республикала икәү. Берәүһе Мөнир булһа, икенсеһе - Бөрө лицейы сығарылыш уҡыусыһы Анна Әхмәҙиева. Химиянан ғына түгел, профилле математиканан да ул камил һөҙөмтәгә ирешкән. Нимәһе үҙенсәлекле, юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә, ҡыҙға математиканан һөҙөмтәләр кәрәкмәй ҙә, сөнки ул медицина йүнәлешен һайлаған. Әле ул биология фәне буйынса һынау баһаһын көтә.

Ә Егор Садиҡов өсөн профилле математика - уҡырға инеү өсөн төп фәндәрҙең береһе. Фәнде ул шулай уҡ 100 балға белә. Егет киләсәктә инженер йәки IT-белгес булмаҡсы. Үҫмерҙең һәләте бәләкәй саҡтан уҡ күренә ине, ти уҡытыусыһы.

Был сығарылыш уҡыусылары өсөн республика юғары уҡыу йорттары ишектәре асыҡ. Мөнир менән Рафаэль Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инергә теләй. Ҡалғандар әле билдәләнмәгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған һәм республика вузына уҡырға ингән студенттар өсөн төбәктә 150 мең һумлыҡ субсидия ҡаралған.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ