Ҡорбан ғәйете йәкшәмбегә тура килгәнгә ял көнө 17 июнь дүшәмбегә күсерелә. Изге байрам менән бәйле саралар иртәнге намаҙҙан башлана. Өфөлә Ҡорбан байрам намаҙҙары 23 мәсеттә үтәсәк. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, баш ҡалала 3 мең баштан ашыу, ә республика буйынса 8 мең баштан ашыу ҡорбан малы салынасаҡ. Был осорҙа бер һарыҡ уртаса 15-20 мең һум менән һатыла. Дүшәмбе көндөҙ Ҡашҡаҙан паркында бушлай былау менән һыйланырға, мәҙәни программа ҡарарға мөмкин.






