Тантаналы сара Балтас районында үткән «Батырша ауазы» этно-фестиваль конкурсы сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Батырша - Ғабдулла Ғәлиевҡа халыҡ ҡушҡан исеме. Ул 1755-1756 йылдарҙа башҡорт ихтилалын ойоштороусыһы булыуҙан тыш, Рәсәй императрицаһы Елизавета Петровнаға яҙған хаты аша билдәле. Төрки телендәге ҡулъяҙма беҙҙең көндәргә тиклем еткән. Ул Рәсәй дәүләт архивы фондында һаҡлана. Йөкмәткеһе буйынса XVIII быуат урталарында Башҡортостан тураһында яҙылған тарихи-сәйәси, социаль-иҡтисади, этник-фәлсәфәүи трактат.
«Батырша ауазы» беренсе республика этно-фестивале Балтас районы үҙәгендә үтте. Унда фольклор коллективтар, йыр һәм ауыҙ-тел ижады жанрын яңғыҙ башҡарыусы авторҙар ҡатнашты. Сарала ҡумыҙ, думбыра, мандолина, ҡурай халыҡ музыка ҡоралдары яңғыраны. Конкурстың Гран-приһын Балтас районынан «Иман нуры» вокал ансамбле яуланы. Шулай уҡ, төбәктең брендлы саралар исемлегенә ингән «Ялан ашы» бәйгеселәрен дә һынаны. Сарала тиҫтәләп конкурсант ҡатнашты. Һәр кем баһалама ағзаларына яланда бешерелгән аш-һыуҙарын тәҡдим итте. Улар араһында балыҡ, балтырған аштары, шулай уҡ ҡамыр ризыҡтары ла бар. Фестиваль конкурстарында республиканың 14 район-ҡалаһынан 165 кеше ҡатнашты. Өс меңдән ашыу тамашасы Башҡортостан халыҡтарының ижадын тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерҙе.



