Башҡортостан урмандарында рейдтар уҙғарыла

 Бөгөн республикала "Урман" операцияһы башлана. Уның барышында урман ҡануниәте үтәлеше тикшерелә, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар асыҡлана. Профилактик сарала Эске Эштәр, Урман хужалығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары ҡатнаша. Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡҡан өсөн штраф ҡаралған, ҙур зыян килтереүселәрҙең иркен сикләүҙәре лә мөмкин. Операция ай аҙағына тиклем дауам итә. 

Фото №1 - Башҡортостан урмандарында рейдтар уҙғарыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ