Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры янғындарҙы иҫкәртеү эшен яҡшы баһаланы

Бөгөн федераль ведомство етәксеһе Александр Куренков, Республика Башлығы Радий  Хәбиров  Өфөлә  янғындарҙы  иҫкәртеү техникаһы күргәҙмәһен ҡараны. 2016 йылдан алып янғын иҫкәртеү приборҙары  ярҙамында республикала 1 мең 100-ҙән ашыу кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынған. Улар араһында 432 бала бар. Республика Башлығы белдереүенсә, ирекле янғын һағы системаһы үҫешенә  ҙур иғтибар бүленә. Быйыл  ошондай  отрядтар 600-ҙән ашыу  янғынды  һүндереүҙә  ҡатнашҡан. 

Фото №1 - Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры янғындарҙы иҫкәртеү эшен яҡшы баһаланы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ