Был сара бөгөн видеоконференция тәртибендә үтте. Унда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков, Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Быға тиклем янғын һүндереү часы 1936 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан булған. Яңы бина заман талаптарына тулыһынса яуап бирә.







