Республика Үҙәк һайлау комиссияһында ЛДПР партияһынан Иван Сухаревтан документтар ҡабул ителде. Ул Дәүләт Думаһы депутаты, профилле комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары булып эшләй. Икенсе кандидат – Илшат Тимерйәнов. Уны “Яңы кешеләр” партияһы тәҡдим итте. Илшат Тимерйәновҡа 44 йәш, ул эшҡыуар. Быға тиклем “Берҙәм Рәсәй” партияһынан ғәмәлдәге Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Дөрөҫлөк өсөн” сәйәси фирҡәһенән Владимир Нагорный документтарын тапшырҙы. Башҡортостан Башлығын һайлау сентябрҙә өс көн дауам итә – 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үтә.




