Мәләүез районы Хәсән ауылында мәсет асылды

Яҡташлыҡ көсө. Мәләүез районы Хәсән ауылында мәсет асылды. Ҡорбан Ғәйетендә иман йортонда тәүге аҙан яңғыраны, намаҙ, вәғәз уҡылды. Төҙөлөштә ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. «Әсә йөрәге» тип исемләнгән мәсеттә БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Халыҡты берләштереүсе изге урын. Мәләүез районы Хәсән ауылында иман йортоноң ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлөп, сафҡа индерелеүе - яҡташлыҡ көсө сағылышы. Раил Йәнтилин - мәрхәмәтле эштең юлбашсыһы. Ташландыҡ бинаны һатып алып, уны мәсет булараҡ реконструкциялауға урындағы дини йәмәғәтселеккә тапшырған.

Изге башланғысты халыҡ дәррәү күтәреп алған. Тыуған төйәге өсөн янып йәшәгән яҡташтар төҙөлөш материалдары менән тәьмин иткән, аҡсалата ярҙам күрһәткән. Реконструкция эштәрендә лә, биләмәне тәртипкә килтереүҙә лә ихлас ҡатнашҡандар. Мәсетте асыу тантанаһында иң әүҙемдәр Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Иман йортона Ҡөръән, дини китаптар тапшырылды. Мәсеткә инеү менән олоһо ла, кесеһе лә тәүге намаҙға баҫты. Оҙаҡламай бында ғәрәп теле дәрестәре асыла, теләге булғандар Ислам ҡанундарын, Ҡөръән эстәлеген, дин тәғлимәттәрен өйрәнә аласаҡ.

Ауылға ингән урында мәсет асылыуын һәр кем ҡыуанып ҡабул итте. «Әсә йөрәге» тип аталыуы ла айырым мәғәнәгә эйә. Изге урындан халыҡ өҙөлмәҫ. Барлыҡ мосолман байрамдары ла берҙәм көс менән уҙғарыласаҡ. Төндә иман йорто манараһының йәшел төҫкә инеп яныуы уғата матур күренеш.

Ҡорбан Ғәйетендә мәсет биләмәһендә былау бешерелде. Мул өҫтәлдәр ҡоролдо. Иман йортон төҙөкләндереүгә бәйле артабанғы пландар уртаға һалып килешелде. Иң мөһим бурыстарҙың береһе - ҡышҡа тиклем зәңгәр яғыулыҡ үткәреү, уҡыу залын ремонтлау. Бында үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләр өсөн мәҙәни-спорт саралары ла даими уҙғарылып торасаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ