Радий Хәбиров урман янғындарында ғәйеплеләрҙе ҡәтғи яуаплылыҡҡа тарттырға ҡушты

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл бер кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмәлә һыу объекттарындағы хәл, Өфөнөң 450 йыллығына арналған саралар планы ла ҡаралды. Тулыраҡ киләһе яҙмала

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Йылы күл тирәһендәге биләмәләге үҙгәрештәр - халыҡ өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға. Яр буйын төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылған, подрядсы ойошма йәйәүлеләр зонаһын, велосипед юлдарын һәм ял итеү урындарын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә. Бордюрҙар ҡуйыла, асфальт һалына. Шулай уҡ пляж зонаһы төҙөкләндерелә. Уҙған аҙнала эш барышы менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та танышҡайны. Оператив кәңәшмә барышында төбәк етәксеһе Йылы күлдең халыҡ араһында популяр булыуын телгә алды

Кәңәшмәлә республиканың һыу объекттарына бәйле хәл дә ҡаралды. Быйыл йәй 161 рәсми пляж иҫәпләнә. Махсус йыһазландырылған ял урындарын арттырыу, ике йөҙгә еткереү бурысы ҡуйылған.

Быйыл Башҡортостанда янғын хәүефе осоро 17 апрелдә башланды. Әлегә урман фондында дөйөм майҙаны 17 гектар булған ете янғын осрағы теркәлгән. Уларҙың барыһы ла тәүге тәүлектә үк һүндерелгән. Ут сығыуҙың төп сәбәбе кеше факторына бәйле. Радий Хәбиров тәбиғәткә зыян килтереүселәр менән ҡәтғи эш алып барырға ҡушты.

Башҡортостанда проблемалы участка - Сибай-Аҡъяр юлында ремонт тергеҙелде. Радий Хәбиров Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына һәм Баймаҡ районы хакимиәте етәкселегенә төҙөкләндереү эштәре барышын контролдә тоторға ҡушты.

Оператив кәңәшмәлә Өфөнөң юбилей объекттары тураһында ла һүҙ барҙы. Халыҡ-ара спорт көрәш үҙәген август аҙағына сафҡа индереү планлаштырыла. Әлегә ул 75 процентҡа әҙер. Шулай уҡ ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы төҙөлөшө лә тамамланыу алдында. Баш ҡалала йәй аҙағында күләмле мәҙәни саралар ҙа көтөлә.

Өфөнөң 450 йыллығына арналған ҙур байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров күләмле датаны уҙғарыуға бәйле айырым кәңәшмә буласаҡ тип белдерҙе. Унда йәмәғәт хәүефһеҙлеге, транспорт хеҙмәтләндереүе һәм байрамға бәйле башҡа мәсьәләләр күтәреләсәк.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ