Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Шайморатов орден-миҙалдарын тапшырҙы

Ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәргә - дәүләт наградалары. Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға генерал Миңлеғәле Шайморатов орден-миҙалдарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында «Башҡортостан» полкының танк батальоны командиры Александр Сопин да булды. Төбәк етәксеһе яҡташтарыбыҙға лайыҡлы хеҙмәт итеп, ҡуйылған бурыстарҙы үтәгәндән һуң өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләне.

Орден-миҙалдар менән бүләкләнгән хәрбиҙәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Тиҙҙән улар йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ