Федоровка районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды

Федоровка районы Яңы Яуыш ауылында Ҡорбан ғәйете көнөндә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм еңеү яулап ҡайтҡан яҡташтар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды. Яңы һәйкәл «Атайсал» проекты һәм ауылдаштар көсө менән төҙөлгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Советтар Союзы Геройы Ғәтиәт Ишҡолов тыуып үҫкән Яңы Яуыш ауылы халҡы яугир яҡташтары иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Улар ауылдың иң өлкән кешеләренең береһе Әлмира Ғәбдрәшитованың һәйкәл төҙөү тәҡдимен дә дәррәү хуплап сыҡҡан. Инициатив төркөмгә ярҙамға урындағы хужалыҡтар етәкселәре Юнир Йомағолов менән Сәғит Дәүләтбаев, барлыҡ ауылдаштар килгән.

Мемориаль комплекстағы мәрмәр таштарға Яңы Яуыштан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм яу ҡырҙарында ятып ҡалған барлыҡ яугирҙарҙың да исемдәре уйылған. Һәйкәл асыу тантанаһына ауылдаштар уларҙың фотоһүрәттәрен дә алып килде. Күптәрҙең ҡулында икешәр һәм унан да күберәк фото ине.

Яңы Яуышта тыуып үҫкән һәм ғүмерен районда балалар уҡытыуға, туған телде, рухи тамырҙарыбыҙҙы һаҡлауға арнаған Рәйфә Вәлиева ла һәйкәлдә иң ҡәҙерле кешеһе - атаһының исемен күреп шатланды.

Яңы һәйкәл ауылға ингән урында, мәсет янында урынлашҡан. Ауылдаштарҙың хыялында был изге урынды артабан төҙөкләндереү һәм эргәлә балалар майҙансығы ла төҙөп ҡуйыу. Яңы яуыштар «Берҙәмлектә - көс!» тигән һүҙҙәрҙең хаҡлығына үҙ миҫалында инанған да инде.

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ