Башҡортостан Башлығы вазифаһына 5 кеше дәғүә итә

Республика Үҙәк һайлау комиссияһында Артур Шәйнуровтан документтар ҡабул ителде. Уны КПРФ сәйәси фирҡәһе тәҡдим иткән. Артур Шәйнуровҡа 58 йәш, ул Өфө ҡала советы депутаты. Быға тиклем “Берҙәм Рәсәй” партияһынан ғәмәлдәге республика башлығы Радий Хәбиров, “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Дөрөҫлөк өсөн” сәйәси фирҡәһенән Владимир Нагорный, ЛДПР-ҙан Иван Сухарев һәм “Яңы кешеләр” партияһынан Илшат Тимерйәнов документтарын тапшырҙы. Башҡортостан Башлығын һайлау сентябрҙә өс көн дауам итә,  6, 7 һәм 8 сентябрҙә үтә.

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы вазифаһына 5 кеше дәғүә итә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ