Турнир Мәскәү өлкәһендә уҙҙы. Унда 23 төбәктән 120-нән ашыу көрәшсе ҡатнашты. Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең республиканан Арина Макарова – алтын, Анна Коптелина – көмөш һәм Екатерина Айтукова бронза миҙалдар яуланы. Ҡыҙҙар өсәүһе лә милли команда составында донъя чемпионатына саҡырыу алды. Ярыш быйыл көҙ Баҡыла үтә.




