Рәсәй Хөкүмәтендә Өфөләге вуз-ара студент кампусының эше юғары баһаланды

Мәскәүҙә вице-премьер Дмитрий Чернышенко ултырыш үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. Фән һәм университеттар милли проекты буйынса 8 ҡалала заманса студент ҡаласыҡтары төҙөлә. Өфөлә Евразия-фәнни мәғариф үҙәгенең вуз-ара студент кампусы проекты тормошҡа ашырыла. Бөгөнгә IQ-парк файҙаланыуға тапшырылды. 2025 йыл аҙағына тиклем 4 меңдән ашыу урынға иҫәпләнгән ятаҡханалар, лабораториялар һәм башҡа биналар төҙөлөп бөтөргә тейеш.

Фото №1 - Рәсәй Хөкүмәтендә Өфөләге вуз-ара студент кампусының эше юғары баһаланды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ