Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, тәүҙә комиссия документтарҙың программа шарттарына тура килеүен тикшерә. Аҙаҡ проекттарҙы яҡлау башлана. Комиссия ултырыштары интернетта тура эфирҙа күрһәтелә. Быйыл “Ғаилә фермаһы” конкурсына 47 миллион һум грант ҡаралған, ауыл хужалығы кооперавтивтарының матди-техник нигеҙен нығытыуға 24 миллион һум бүленә. Былтыр 14 фермер грантҡа эйә булғайны.







