Үткән аҙнала һыу ятҡылыҡтарында 1 мең 800-ҙән ашыу рейд уҙғарылған. Ҡотҡарыусылар халыҡҡа рөхсәт ителмәгән урында һыу инеүҙең хәүефле булыуы тураһында аңлата. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов ошо турала белдерҙе. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров рәсми ҡомлоҡтарҙың һанын арттырыу буйынса өҙлөкһөҙ эш алып барырға ҡушты.







