Әбйәлил районы Сиҙәм ауылы һуңғы 10 көндә икенсе тапҡыр көслө дауыл эсендә ҡала

Йәшенләп ҡойма ямғыр, урыны менән боҙборсаҡ яуыуы һөҙөмтәһендә электр бағаналары ҡолаған, ошо сәбәпле ауылда ут һүнгән.

Мәктәптең спорт залының, шулай уҡ шәхси һәм ике ҡатлы йорттарҙың ҡыйығын алып ташлаған. Яҡын-тирәләге Булат, Әлмөхәмәт, Ишбулды ауылдары ла тәбиғәт ғәрәсәтен ҡабул итә. Унда шулай уҡ электр бағаналары емерелеп, шәхси йорттарҙағы йорт яны ҡоролмалары зыян күрә. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында ҡазаға тарыусылар теркәлмәгән. Ә бына Ҡаҙмаш ауылында ҡойма ямғыр урындағы йылғаның ташыуына килтергән. Балалар бындай мөмкинлек менән файҙаланып урамға балыҡ тоторға сыҡҡан.

Көслө ямғыр Бөрйән районында ла яуған. Яуымбай ауылындағы Ҡайнөй һәм Әбделмәмбәттәге Сәңгелде йылғалары ярҙарынан сығып, ауыл урамдары буйлап аҡҡан.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ