Йыл һайын ойошторолған ғаилә байрамы күп милләтле һәм конфессиялы республиканы бер майҙанға берләштерҙе.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, күркәм сара халыҡтар араһындағы туғандарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Быйылғы программа байрам концерты, балалар анимацияһы һәм төрлө конкурстарҙы үҙ эсенә алды. Көн дауамында хәләл индустрияһының иң яҡшы етештереүселәр тәҡдим иткән хәләл-йәрминкә лә эшләне. Шулай уҡ һәр кем бушлай байрам һыйы - тәмле былауҙан да ауыҙ итте.






