Сирек быуат элек нигеҙ һалынған компанияла онтаҡ буяу етештереү буйынса юғары технологиялы 8 линия булдырылған. Производство ҡеүәте - йылына 2500 тонна. Күрһәткесте ике тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйылған, ошо маҡсатта инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Төбәктең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы ҡарары менән ул өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерелгән.
Компания етәкселеге үҫешкә 30 миллион һум йүнәлтергә планлаштыра. Импортты алмаштырыусы продукция һаналған онтаҡ буяуға ихтыяж юғары булыуы ла билдәле. Әйтергә кәрәк, предприятиела етештерелгән материал менән буялған деталдәрҙең береһе Йыһанда ла булып ҡайтҡан. Яңы проиводство линиялары булдырылыу менән хеҙмәткәрҙәр һанын арттырыу, ассортиментты тағы ла байытыу ҡаралған.



