Етемдәргә социаль ярҙам саралары, йылға порты объекттарын хосусилаштырыу үҙенсәлектәре, һунарға рөхсәт алыу өсөн электрон йәрәбә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Президиум ултырышында ошо һәм башҡа закон проекттары ҡаралды.
Президиум ултырышында бөтәһе 4 тиҫтәгә яҡын закон проекты тикшерелде. Ҡануни документтар Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 13-сө пленар ултырышына сығарыу өсөн әҙерләнә. Парламент ултырышында «Ауыл хужалығы үҫеше һәм ауыл хужалығы продукцияһы баҙарын көйләү тураһындағы дәүләт программаһының үтәлеше буйынса отчет докладын тыңлау ҡарала.
Закон проекттарына килгәндә, дәүләт милкен хосусилаштырыу буйынса үҙгәрештәр индерелә, аныҡлап әйткәндә, һүҙ дәүләт ҡарамағындағы йылға порты объекттары хаҡында бара. Улар физик шәхестәргә конкурс процедуралары нигеҙендә тапшырыла, әммә объекттар маҡсатҡа ярашлы файҙаланылырға тейеш. Ҡырағай йәнлектәрҙең айырым төрҙәренә һунар итеү өсөн электрон йәрәбә индерелә. Башҡортостан депутаттары «Крокус Сити» Холлдағы фажиғәнән һуң һаҡ хеҙмәтенең сифатын һәм кимәлен көсәйтеү буйынса ҡануни башланғыс менән сығырға ниәтләй. Парламент физик мөмкинлеге сикләнгән етем балаларға өҫтәмә ярҙам саралары буйынса закон проектын ҡабул итергә лә планлаштыра.



