Өфөнөң Затон биҫтәһендәге 9-сы дауаханаһында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн Өфөнөң Затон биҫтәһендәге 9-сы дауахана ла киң билдәләне. Бер төркөм хеҙмәткәрҙәр ҡала хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тотош ил өсөн уникаль һаналған учреждение былтыр эшләй башланы. Бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан өлкәндәр өсөн дауахана, поликлиника һәм балалар поликлиникаһы үҙ эшмәкәрлеген аҡлаған. Бөгөнгә тиклем бында йөҙҙәрсә пациент табип тикшереүе үткән. Медицина ярҙамының һанлы форматҡа ҡоролоуы эште бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ алып барырға мөмкинлек бирә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ