Кремль һарайының ҙур залында Рәсәй халыҡтарының милли инструменттар оркестры фестивале үтте. Легендар сәхнәлә башҡорт башҡарыу сәнғәтенең оҫталығын республиканың милли халыҡ инструменттары оркестрына нигеҙ һалыусы Рәмил Ғәйзуллин күрһәтте.
Танылған ҡурайсы Людмила Зыкина исемендәге «Рәсәй» дәүләт академия рус халыҡ ансамбле менән бергә сығыш яһаны. Рәмил Мәүлит улы билдәләүенсә, сараның аншлаг менән үтеүе Мәскәү халҡының һәм баш ҡала ҡунаҡтарының халыҡ музыка ҡоралдарына ҡарата ҡайнар һөйөүен белдерә. Берҙәм музыкаль организмда тәүге тапҡыр башҡорт ҡурайы менән бергә рус балалайкаһы һәм бүрәт чанзаһы, яҡут хомусы һәм чечен пондары, ҡалмыҡ домбраһы, осетин дала-фандыры һәм дағстантың ағас-ҡумыҙы яңғыраны. Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостан халыҡ артисы шулай уҡ ошо көндәрҙә Тула, Калуга һәм Мәскәүҙәге үҙәк клиник дауаханала ла сығыш яһаны.



