Бөйөк Рәсәйҙең бөйөк йырҙары. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында мәҙәни башланғыстар буйынса президент фонды ярҙамында концерт ойошторолдо.
Илдең төп дәүләт байрамына арналған сарала билдәле артистар менән бергә театр хоры һәм симфоник оркестры сығыш яһаны. Тамашасылар өсөн бай концерт программаһы тәҡдим ителде, унда бөтәһе лә яратҡан, кинофильмдарҙан популяр йырҙар яңғыраны. Театр сәхнәһендә тәүге тапҡыр Ирэн Абдразаҡова ла үҙ йырҙары менән һөйөндөрҙө. Асҡар Әмир улының өлкән ҡыҙы былтыр апрелдә атаһы менән «Беренсе канал»дың «Ике йондоҙ» проектында ҡатнашты. Байрам һуңында концерт иҫтәлегенә бөтә тамашасыларға кисәлә яңғыраған йырҙар йыйынтығы бүләк ителде.



