Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул 21-22 сентябрҙә уҙғарыла. Байрам Ағиҙел буйында, Дуҫлыҡ монументы янында ойошторола. Республика хөкүмәтенең ошондай ҡарары бар. "Һөт иле" 2011 йылдан башлап уҙғарылып килә. Башҡортостанда етештерелгән һөт продукцияһын киңерәк танытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсаттары билдәләнгән.







