Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата авариялы тип танылған торлаҡтан күсереү тамамланды. Бының өсөн 1 миллиард 700 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Яңы программа 2030 йылға тилкем иҫәпләнә. Уға 38 районда һәм ҡала округында 565 күп фатирлы йорт ингән.







