Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы 15 йыллығын билдәләй

Ойошма ағзаларын юбилей менән Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров йәмәғәт эшмәкәрҙәренә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп дәүләт наградаларын тапшырҙы.

2009 йылда ойошторолған Йәмәғәт палатаһы бөгөн Башҡортостан граждандар институты системаһында мөһим урын биләгән һәм һөҙөмтәле эшләгән ойошма булып тора. Уны дәүләт менән халыҡты бәйлүсе күпер тип атарға мөмкин. Әле Йәмәғәт палатаһының етенсе составы эшләй, һәр составҡа халыҡ араһында абруй ҡаҙанған хөрмәтле кешеләр туплана. Палата ағзалары коронавирус пандемияһы ваҡытында ла әүҙем эш алып бара, махсус хәрби операция башланғас та улар алдынғы сафҡа баҫа.

Һайлауҙарҙың асыҡлығын тәьмин итеү, физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә ярҙам, мәктәп ашханаларында туҡланыу сифатын күҙәтеү, балалар уйын майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек. Башҡортостан Йәмәғәт Палатаһы төрлө йүнәлештә эш алып бара. Бар проекттар ҙа халыҡтың мәнфәғәтен яҡлауға, һаҡлауға, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға, мәңгелек ҡиммәтрҙе һаҡлауға, ғаилә институтын нығытыуға йүнәлтелгән. Радий Хәбиров менән осрашыуҙа ла тиҫтәләрсә һорау күтәрелде, уларҙы дәүләт кимәлендә хәл итеү юлдары ҡараласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ