Радий Хәбиров быйылғы уҡыу йылында олимпиадаларҙа еңеү яулаған уҡыусылар менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров быйылғы уҡыу йылында Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулаған уҡыусылар менән осрашты. Сара Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең халыҡ-ара студент кампусында үтте.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары ике тапҡырға артҡан. Шул уҡ ваҡытта Берҙәм дәүләт имтихандарны 100 балға тапшырыусылар иҫәбе лә күбәйә. Был мәғариф тармағындағы эшмәкәрлектең дөрөҫ алып барылыуын иҫбатлай, тине төбәк етәксеһе. Радий фәрит улы йштәрҙе үҙебеҙҙең уҡыу йорттарында белем алырға саҡырҙы. Шарттар йылдан-йыл яҡшыра. Өфөлә халыҡ-ара студент кампусының тәүге сираты сафҡа индерелде, әле 120 метр майҙанды биләгән икенсе объект төҙөлә. Башҡортостан вуздарына уҡырға инергә теләүселәр һаны 2 меңгә артты, уҡыу йорттарның абруйы күтәрелә, белем биреү сифаты ла яҡшыра, тине Радий Фәрит улы.

Башҡортостан башлығының олимпиада еңеүселәре менән осрашыуы йылы һәм дуҫтарса шарттарҙа үтте. Уҡыусылар Радий Хәбировҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, теләктәрен еткерҙе. Педагогтар әйтеүенсә, һәр еңеү артында уҡыусының да, уҡытыусының да оҙайлы, фиҙаҡәр хеҙмәте ята. Был эшмәкәрлекте тағы ла камиллаштырырға мөмкин, ти химия буйынса халыҡ-ара, рәсәй олимпиадалары еңеүселәре әҙерләгән билдәле педагог Айнур Ғүмәров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ