Стәрлетамаҡта «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса төҙөкләндерелгән Комаров урамындағы юл файҙаланыуға ваҡытынан алда тапшырылған. Эш ҡуйылған пландан бер айға иртәрәк тамамланған. Йәмғеһе быйыл ҡаланың төрлө өлөшөндә 8 саҡрымға яҡын арауыҡ ремонтлана. Ә республикала 1000 саҡрым юлдарҙы тәртипкә килтереү ҡаралған. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.
30 градус эҫелә юлсыларға эшләүе еңелдән түгел. Һауа тынсыу, етмәһә, асфальт ҡатнашмаһы температураһы 140 градусҡаса етә. Тик мастер Таһир Аҫылбаев һәм уның бригадаһы эште сифатлы башҡара. Юлсы был өлкәлә 40 йылға яҡын эшләй.
Бригада Сакко һәм Ванцетти урамындағы объектта эшләй. Әле юл ҡатламы фрезеровкалана, әйткәндәй, ҡырылған асфальт ҡатнашмаһы һуңынан юл ситтәрен нығытыу һәм башҡа маҡсатта ҡабаттан файҙалана. Эш 10 көн элек башланған. Ә бына Комаров урамында ремонт яңыраҡ тамамланған. Объект «Стәрлетамаҡ арена» стадионы янында урынлашҡан. Юл күптән таушалған булған. Быға тиклем урындағы соҡорҙар ямап торолған. Тик был ҡиммәткә төшә.
Участкала быға тиклем светофорҙар булмаған. Артём урамындағы участкалағы кеүек үк. Авария хәлендәге юл киҫелешендә йәйәүлеләр хәүефһеҙ хәрәкәт итә ала. Светофорҙар ике аҙна элек ҡуйылған. Июнь аҙағына улар эшләй башлар, тип көтөлә.
Рәзилә Ғиниәтуллина






