“Башнефть” инновацион технологиялар яҡлы

Технологик потенциалды үҫтереү – “Роснефть 2030” стратегияһының төп йүнәлештәренең береһе. Ремонтта инновацион ысулды тәүге тапҡыр 2021 йылда “Башнефть-Добыча” белгестәре һынап ҡараған. 2023 йылда юғары тоннажлы үткәргес торбаларҙы иновацион ысулдар менән ремонтлау, тауар нефтен 9 мең ярым тоннаға арттырҙы. Технологик процесс – үткәргес торбаларҙағы ҡорамалдарҙы монтажлағанда нефть ағымын урау юл аша йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота.  Мәҫәлән, 75 метр оҙонлоҡтағы торбала ремонт эштәре 18 сәғәт дауам итһә, был ваҡыт эсендә 14 мең тоннанан ашыу нефть һурҙырыла. Яңы алымдар иҡтисади яҡтан да бик мөһим,  сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мөмкинлектәрен дә арттыра.

Фото №1 - “Башнефть” инновацион технологиялар яҡлы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ