Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге менән Турахан кәшәнәһенә йәйәүлеләр һуҡмағы проекты «Тарихи-мәҙәни туризм өлкәһендә иң яҡшы инновацион проект» тип танылды. Был хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр иткән. «Әлегә Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу буйынса тәүге аҙымдар яһайбыҙ. Әммә уның проекты иң абруйлы конкурстарҙың береһендә - «Архитектура мираҫы» Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеү яуланы. Был буласаҡ музейҙың тышҡы йөҙөнөң һәм уның бөтә концепцияһының нигеҙлелеген раҫлай, ул тәбиғәткә бик һаҡсыл ҡараш, уны ландшафтҡа мөмкин тиклем һаҡсыл индереүҙе күҙ уңында тота», - тип яҙған Башҡортостан башлығы.






