Стәрлетамаҡтағы «Йөрәк ҡушыуы» ирекмәндәр ойошмаһы махсус хәрби операция биләмәһенә 27 меңдән ашыу окоп шәме ебәргән. Бынан тыш, яҡташтарыбыҙ һалдаттар өсөн 4 меңгә яҡын маскировка селтәрҙәре, ойоҡбаш, плащтар, йыуыныу кәрәк-яраҡтары, носилка һәм башҡа хәрби тупланмалар әҙерләй. Йыл ярым эшләп килгән ирекмәндәр ойошмаһына ҡала ғына түгел, райондың башҡа ауыл советтары халҡы ла әүҙем ҡушыла. Бөгөн унда меңгә яҡын ирекмән иҫәпләнә.
Бөтә материалды ирекмәндәр хәйриә аҡсаһына һатып ала. Ошо йыл ярымда ғына халыҡ 4 миллион һумға яҡын суммаға матди ярҙам йыйған. Яугирҙар өсөн дарыуҙар, рация. оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр ҙә һатып алынған. Йыйылған гуманитар ярҙам ялға ҡайтҡан һалдаттар аша көн һайын тиерлек ебәрелә.






