Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат күрһәтеү тураһында документтар тапшырыу осоро тамамланды

Шулай итеп, һайлауҙа 5 партия вәкиле ҡатнашырға теләк белдергән. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына тәүгеләрҙән булып «Берҙәм Рәсәй» партияһынан тәҡдим ителгән Радий Хәбиров документтар тапшырҙы. Ҡалған партияларға килгәндә, «Ғәҙел Рәсәй» - Владимир Нагорныйҙы, ЛДПР - Иван Сухаревты, «Яңы кешеләр» Илшат Тимерйәновты, Коммунистар - Артур Шәйнуровты тәҡдим итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы һайлауҙар өс көн дауамында - 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үтәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ