Өфөнән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға «Нива» автомобиле һәм күсмә мунса оҙатылды

Машина һәм мунса. Өфөнөң Ленин районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға «Нива» автомобиле һәм күсмә мунса оҙатылды. Меценаттар һәм битараф булмаған кешеләр көсө менән тупланған ярҙам отпускыға ҡайтҡан яугир менән ебәреләсәк. Бронялы машина ялан шарттарына яраҡлы итеп йыһазландырылған. Уны һаҡлау өсөн маскировкалау селтәре лә һалынған. Тәгәрмәсле мунса Ватан һаҡсыларына йыуынып, рухи көс тупларға ярҙам итәсәк тип көтөлә.

Күптән түгел яугирҙарҙың буханкаһын шартлаттылар. Беҙ коллектив менән ярҙам итергә булдыҡ һәм инкасаторҙар машинаһын алып тулыһынса хәрбиҙәр өсөн көйләнек. Автомобилде йыһазландырып, буяғансы ике ай ваҡыт китте. Беҙҙең коллектив яугирҙар өсөн күңелен һалып, ысын йөрәктән ярҙам итергә тырышты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ